Емерелгән күперҙәр, йәмшәйгән машиналар һәм һыу аҫтында ҡалған ихаталар. Башҡортостан көслө ямғыр һәм елдән зыян күрә. Һуңғы бер нисә көндә генә республикала яуым-төшөм сәбәпле бер нисә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Башгидромет хеҙмәткәре хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Биш сәғәт буйына туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында Мәҫкәү урамдары Венецияны хәтерләтә. Учалылар яҙҙан алып ҡуйған оҙон ҡуңыслы итектәрен яңынан кейергә мәжбүр. Йорт-ҡаралты, баҡса ла һыу аҫтында ҡалған. Йәшелсә-емеш баҡсаһында ла һыу түтәлдәрҙе йыуып алып китә.
Быйылғы йәй «Мораҙым» лагерында ял итеүсе балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Оло Эйектә һыу күтәрелеү сәбәпле, юлды һыу баҫа. Ял урынына һыу барып етмәй. Зыян күреүселәр юҡ. Ҡотҡарыусылар уларҙы хәүефһеҙ ярға кәмәләрҙә ташый. Бөгөн уларҙың барыһы ла өйҙәренә оҙатылған.
Ә был Бөрйән районы Байғаҙы ауылынан күренештәр. Унда көслө ямғырҙар арҡаһында Һәүәнәк йылғаһы ярҙарынан сығып, юлдарҙы йыуа һәм күперҙе емерә. Ә Хәйбулла районы Оло Арыҫланғол ауылында көслө ел ағастарҙы йығып мәҙәниәт йорто ҡыйығы зыян күрә, электр сымдары өҙөлә. Башҡортостанда көслө ел һәм ямғырҙар иртәгә лә көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡыра.
Ә Бөрйән, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында көслө ямғырҙар арҡаһында дамба йырылыуы теркәлгән. Әле унда ҡотҡарыусылар эшләй. Халыҡҡа хәүеф янамай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле, һыу инеү тыйыла. Шулай ҙа һыу ҡорбандары статистикаһы көндән-көн арта. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Рәзилә Ғиниәтуллина