Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм хәрби бәрелештәҙә ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү буйынса акция старт ала.
«Тере хәтер» хәйриә акцияһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы алыуға арнала. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы ойошторола. Маҡсат - илһөйәрлекте көсәйтеү, халыҡты Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына, төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл, мемориалдарҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итеү. Акцияға старт биреүсе сарала Азамат Абрахманов та ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе белдереүенсә, Рәсәй һәм Европаны немец фашизмынан азат итеүсе совет һалдаты иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү мөһим.
Башҡортостан Хөкүмәте аппараты һәм Ишембай районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Үрнәк ауылында урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары стеллаһын рестоврациялау өсөн бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар иткән. Бынан тыш, чиновниктар үҙҙәре буласаҡ һәйкәлгә урын әҙерләне. Уны бер айҙан асыу күҙаллана. Шулай уҡ авария хәлендә булған обелискты төҙөкләндереү планлаштырылған.