Республиканың көньяҡ-көнсығышында оло һыу эҙемтәләре менән көрәшәләр. Бөгөн Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо көнүҙәк мәсьәлә ҡаралды. Баймаҡта биләмәләрҙе һыу баҫыу хәүефе иҫкәртелгән. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев әйтеүенсә, ташҡын эҙемтәләрен кәметеү өсөн урындағы халыҡ һәм техника йәлеп ителгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФәнис Әминев зыян күргән инфраструктураны тергеҙеү өсөн Радий Хәбировтан ярҙам һораны. Башҡортостан Башлығы Премьер-министр Андрей Назаровҡа мәсьәләне хәл итергә ҡушты. “Баймаҡтарға ярҙам күрһәтергә кәрәк. Улар миңә онлайн тәртиптә бөтә мәғлүмәтте ебәреп торҙо. Ваҡытында тейешле саралар күрҙе”, - тине Радий Хәбиров.
Йылайыр районында Ҡана йылғаһындағы күпер төҙөкләндерелә. Ул ҡойма ямғырҙар ваҡытында емерелгән. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов бөгөн оператив кәңәшмәлә ошо турала һөйләне. Ул күпер таяуҙарының береһенең һыуҙан зыян күреүе тураһында әйтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Баймаҡ һәм Йылайырҙағы ташҡынға бәйле ваҡиғалар – көнүҙәк мәсьәлә. Уны хәл итеү менән шөғөлләнәбеҙ”, - тине Радий Хәбиров. Борис Мелкоедов Кананикольское ауылындағы плотина емерелеүе тураһында социаль елтәрҙәге сәхифәнһендә кисә хәбәр итте. Әле Шанский ауылына юл ябыҡ ҡала. Ниғәмәт ауылы аша урау юл бар. Кананикольское ауылына Йылайыр аша төп трассанан үтергә мөмкин.