Башҡортостан “Иннопром” күргәҙмәһендә 18 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөгән

Мәртәбәле форум Екатеринбургта үтте. Бөгөн оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев күргәҙмә һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Беҙҙең республика стендында эшлекле осрашыуҙар үтте, шулай уҡ 9 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 26 төбәге һәм 11 сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, форумдың төп сараһы – сәнәғәт сәйәсәте рейтингын иғлан итеү булды. Башҡортостан унда беренсе урын алды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса милли рейтинг 50 күрһәткес буйынса төҙөлә. Ул тәүге тапҡыр 2021 йылда иғлан ителде. 2020 һәм 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан беренсе урындарҙа килде, 2022 йылда – өсөнсө булды. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика йәнә беренсе урынға күтәрелде.