“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ремонтланған тәүге биләмә тапшырылды

Октябрьский ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре 2,5 ай ваҡыт эсендә тамамланған. Ихата 1 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән күп фатирлы алты йортто берләштерә. Бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған, автомобилдәр ҡалдырыу урындары барлыҡҡа килгән, яңы асфальт түшәлгән, тротуарҙар һалынған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 143 биләмә тәртипкә килтерелә.