Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙа популяр фәндәр аталды. Быйыл сығарылыш уҡыусылары профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙе күберәк һайлаған. Биология, физика, химияға ҡыҙыҡһыныу арта. Мәғлүмәт-компьютер технологиялары һәм тарих буйынса ла һынауҙарҙа ҡатнашҡандар күп булған, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан. Быйыл республикала 15,5 мең ярым егет һәм ҡыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы.