Благовещен ҡалаһында “Ғаилә менән балыҡ тотабыҙ” тигән фестиваль уҙғарыла

Киләһе аҙнала Благовещен ҡалаһында “Ғаилә менән балыҡ тотабыҙ” тип аталған Бөтә Рәсәй фестивале уҙа. Ул Ғаилә йылына арнала. “Беҙ ғаиләләрҙе һәм туғандарҙы берләштерергә, тәбиғәттә әүҙем ял итеүҙе пропагандаларға булдыҡ”, тип белдерә сараны ойоштороусылар. Фестиваль барышында балыҡ тотоу буйынса ярыш, оҫталыҡ дәресе уҙғарыла, белгес кәңәше алырға мөмкин. Балалар өсөн уйындар һәм ярыштар ҡаралған. Фестивалдә 5 кешенән торған ғаилә командалары ҡатнаша ала. Заявкалар 24 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Благовещен районы хакимиәте сайтында танышырға була.