Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан салют булмай. Баш ҡаланың юбилейына бағышланған тантаналы саралар 31 августа уҙғарыла. Был көндө фейерверк ҡаралмаған, тип хәбәр итәләр Өфө ҡала хакимиәтенән. Еңеү көнөндә һәм Яңы йылда ла салют булманы. Фейерверкка тигән сығымдар махсус хәрби операция яугирҙәренә ебәрелде.