Бөгөн Башҡортостан Милли музейында “Донбасс” тигән фотокүргәҙмә асыла. Экспозицияға хәрби хәбәрсе Владимир Аносовтың фоторәсемдәре ҡуйыла. Фотографиялар алғы һыҙыҡта, шулай уҡ Мариупол, Донецк, Луганск һәм башҡа ҡалаларҙа төшөрөлгән.