Уның барышында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре скутер, мопед һәм мотоциклда хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен тикшерә. Бәлиғ булмағандарға һәм рөхсәтһеҙ йөрөгәндәргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Быйыл 6 айҙа республикала мото техникаһы ҡатнашлығында 78 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Рейдтар 18 июлгә тиклем дауам итә.