Һыу баҫыуҙан зыян күргән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәк

Һыу баҫыуҙан зыян күргән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәк. Ә башҡаланың Театр урамы Өфө арбатына әйләнә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгенәдә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Кәңшәмлә шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оҙайлы ямғырҙарҙан тауыҡ кисеп сығырлыҡ йылғалар ҙа даръяға әйләнде. Бигерәк тә Баймаҡ, Йылайыр райондарында. Бөгөн оператив кәңәшмәлә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы билдәләүенсә, ауылдарға һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай. Күрелгән ашығыс саралар хәүефте кисектерергә булышлыҡ иткән. Әле һыу йыуған юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлау бара. Радий Хәбиров зыян күргән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Әле республика төбәктәрендә соҡор-саҡырлы юлдарҙы ремонтлау ҙа бара. Быйыл төбәк ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта 5 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Төҙөкләдерелергә тейешле участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 215 километр.

Киләсәктә башҡаланың Театр урамын йәйәүлеләр һуҡмағы, йәғни Өфө арбаты итеп ҡалдырыу күҙаллана. Ремонт эштәре әле генә башланмай, әммә фекер алышыу бара. Радий Хәбиров проектты Башҡорт дәүләт медицина университетының үҫеше менән берлектә ҡарарға ҡушты. Участканың оҙонлоғо 300 метр.

Оператив кәңәшмәлә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре лә ҡаралды. Быйыл аудиторияла материалдарҙы тулыһынса сканлауға күсеүҙең тәүге йылы, система һөҙөмтәле тип табылған. Шулай уҡ имтихандарҙы 100 баллға тапшырыу буйынса рекордлы күрһәткес теркәлгән, олимпиада еңеүселәренең һаны ла артҡан.

Йәй ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн дә ҡыҙыу миҙгел, көнө йылды туйҙырыр мәл. Оҙайлы ямғырҙар баҫыу эштәренә ҡамасаулай, әммә шуға ҡарамаҫтан хужалыҡтар аҙна аҙағына мал аҙығын әҙерләүгә тотонорға ниәтләй.

Рәмзиә Кәримова