Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, 10 июлдән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе граждандарға түләүҙәр артты. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған сумма күләме 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Шулай итеп контракт төҙөүселәр Оборона министрлығы һәм республика муниципалитеттары түләгән аҡса менән бергә бөтәһе миллион һум аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.