Республиканың төп телеканалы Донбасты тергеҙеүҙә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ тураһында һөйләй. Бөгөнгө геройыбыҙ Күгәрсен районынан Азамат Иҙрисов. Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш департаменты бүлеге мөдире Луганск халыҡ республикаһындаһы эшсе төркөм ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Донбасҡа ул 2022 йылдан оҙайлы командировкаларға йыш сыға. Ике йыл ярым эсендә төбәктә тиҫтәләрсә социаль объекттар, юлдар төҙөкләндерелә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әлбиттә, ышанмаҫлыҡ та. Сөнки, ике йыл эсендә генә Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Луганск халыҡ республикаһында тиҫтәләрсә объект төҙөкләндерелә. Ике айҙа файҙаланыуға тапшырылған Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте миҫалға килтереү ҙә етә.
Донбасты тергеҙеү буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғо сығыу менән Башҡортостан беренселәрҙән булып Луганск халыҡ республикаһына ярҙам күрһәтә. Совет заманынан алып ремонт күрмәгән юлдар менән бергә, социаль объекттар төҙөкләндерелә. Медицина ярҙамы күрһәтелмәгән халыҡ һөнәри һәм диспансер тикшереүҙәре үтә. Эшсе төркөм араһында замандашыбыҙ Азамат Иҙрисов та бар. Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш департаменты бүлеге мөдиренә Донбасҡа сәфәр менән йыш сығырға тура килә.
Азамат Сәфәрғәле улы 2022 йылда Луганск халыҡ республикаһында 8 ай була. Унан һуң былтыр ҙа ул Красный Луч ҡалаһына оҙайлы командировкаларға сыға. Барыһы ла эште контролдә тотоу, илдең яңы өлкәләрен аяҡҡа баҫтырыуға йүнәлтелгән. Азамат Иҙрисов быны аңлап ҡабул иткән ғаиләһенә рәхмәтле.
Ә эштең һөҙөмтәһе булып Луганск халыҡ республикаһында асылған асфальт-бетон заводы миҫалында ғына мәҫәлән, төбәк юлдары төҙөкләндереп кенә ҡалманы, урындағы халыҡты ла эшле итте.
Азат Ғәлиуллин