15 бала тәрбиәләүсе ғаиләгә награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында тапшырғайны. Янышевтар малай-ҡыҙҙарын үҙебеҙҙеке, йәки сит балалар тип бүлмәй. Барыһында бер тигеҙ күреп ғүмер итә. Ғаилә менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Бер-береңә ярҙам итеү - Янышывтар ғаиләһенең төп ҡағиҙәһе. Мөхәббәт һәм хәстәрлек менән тәрбиәләнгән бала сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе, тигән фекерҙә улар. Рәйсә менән Булат Янышевтар дүрт сабыйға ғүмер бүләк иткән. Ә 2007 йылда улар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ағайлы-һеңлеле Леня менән Света үҙ ҡанаттары аҫтына һыйҙыра.
Дүрт ай элек апайлы-ҡустылы Карина менән Дамирҙы тәрбиләүгә алалар. Янышевтар әле 15 балаға атай һәм әсәй.
Рәйсә Йәғәфәр ҡыҙы 1996 йылдан алып 2007 йылға тиклем балалар баҡсаһында эшләй, хәҙер иһә үҙенең өйө мәктәпкәсә учреждениеға тиң. Булат Ишбулды улы Афғанстанда хеҙмәт итә, иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнгән. 20 йыл тирәһе ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Съемка ваҡытында ла ул үҙ умартаһында йөрөп ҡалды.
Күп балалы Янышевтар ғаиләһе 8 июль Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө байрамында «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде. Награданы улар республика етәксеһе Радий Хәбиров менән уның тормош иптәше Каринэ Владимировнаның ҡулынан алды. Бөрөгә сәйәхәт ҡылыу һәм ҙур сәхнәгә күтәрелелеү балаларҙың күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырған.
Ауыл һәр район кимәлендә үткән сараларҙа Янышевтар әүҙем ҡатнаша. Рәйсә Йәғәфәр ҡыҙы Архангел районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы менән хеҙмәттәшлек итә, балалар йортонан сабый алырға йөрөгән ғаиләләр менән һөйләшеүҙәр үткәрә, кәңәштәрен бирә. Күп балалы ғаилә булыу- ҡурҡыныс түгел, ти улар. Дәүләттән ярҙам саралары ла төрлө хыялдарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Атап әйткәндә, тәрбиәгә алынған балалар августа лагерҙа ял итергә әҙерләнә. Күп балалы ғаилә-илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе, ти төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
Һуңғы 10 йыллыҡта республикала күп балалы ғаиләләр һаны яҡынса 28 процентҡа артып 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау республикала өҫтөнлөкөл йүнәлеш булып ҡала. Янышевтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал.
Әлфинә Килдейәрова