Ул быйыл яҙ алынған грант аҡсаһына ҡуйыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, «Смарт-баҡсасы» форумында республиканың коммерцияға ҡарамаған иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500 мең һумлыҡ 10 сертификат тапшырылды. Төҙөләсәк майҙансыҡҡа аҡсаның бер өлөшөн баҡсасылар үҙҙәре, шул иҫәптән күрше ширҡәттәр ҙә һалған. Уйын майҙаны яҡын-тирәлә урынлашҡан бөтә баҡсаларҙың балалар өсөн асыҡ буласаҡ. Киләһе йылда гранттар һанын 20-гә тиклем арттырасаҡбыҙ, тигән Башҡортостан башлығы.