Башҡортостан башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктәге юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре ҡаралды, шулай уҡ аварияларҙы кәметеү буйынса саралар тикшерелде. Үткән йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер осраҡта ыңғай динамика бар.
Республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов транспорт сараһына идара итеү һәм һәләкәт осраҡтарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы ҡабул итеүҙең көнүҙәк икәнлеген билдәләне. Әйткәндәй, Дүртөйлө - Нефтекама һәм Өфө - Бөрө - Яңауыл трассалары участкаларын яңыртыу хәүефһеҙлекте күтәреүгә булышлыҡ иткән. Ошондай уҡ сараларҙы М-5 федераль трассаһының Иглин районы участкаһында, шулай уҡ Өфө-Инйәр-Белорет юлында ҡулланыу планлаштырыла.