Архангел ауылы ирекмәндәре 150-се маскировка селтәрен үрҙе

Архангел районы үҙәгендә йәшәүселәр яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәрен 2022 йылдың декабренән алып үрә. Тәүҙә ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләйҙәр. Урындағы хакимиәт ярҙамында ирекмәндәр хәрәкәте «Маскировка оҫтаханаһы» тип үҙгәртелә һәм даими рәүештә гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша башлай. Оҫталар төрлө үреү нескәлектәренә өйрәнгән. Ирекмәндәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре лә бар.

Маскировка селтәрҙәре үреүҙән тыш ирекмәндәр паракортдан беләҙек, баш кейемдәре, окоп шәмдәре эшләй башлаған. Әлеге ваҡытта Архангел районында барлығы 14 оҫтахана эшләй, улар ауыл биләмәләренең барыһында ла тиерлек урынлашҡан. Һәр гуманитар конвой менән 20-гә яҡын маскировка селтәре ебәрергә тырышабыҙ, ти ирекмәндәр.

Яңыраҡ оҫтаханала паракордтан беләҙек эшләй башланыҡ. Уны интернеттан ҡарап өйрәндек. Экстремаль хәлгә эләккәндә 270 килограм йөктө күтәрә алырлыҡ арҡан еңел генә һүтелә һәм уны төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин.

Ольга Бушмелева, ирекмән