“Демография” милли проектына ингән социаль йүнәлеш илдең 7 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, оло йәштәгеләр сәләмәтлегенә төп иғтибар бирелә. Профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация үтеү кеүек саралар йышыраҡ ойошторола. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһына ярашлы былтыр табиптар 70 меңдән ашыу пенсионерҙы ҡабул иткән. Әле республикала ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә етте.