Башҡортостан төҙөүселәре Луганскиҙа белем усағын ремонтлай

Красный Луч ҡалаһында 7-се мәктәп төҙөкләндерелә. Уҡыу йорто дошмандар яғынан атыш ваҡытында зыян күргән. Яңыртылған мәктәп киләһе йылда асыла. Бынан тыш, беҙҙең республика вәкилдәре Луганск халыҡ республикаһында алты күп фатирлы йортта ҡыйыҡтарҙы алмаштырыу менән мәшғүл. Ремонт йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.