25 июлдән банктар бөтә аҡса күсереүҙәрҙе тикшерергә тейеш. Клиент ризалағына ҡарамай мутлашыуға шик тыуған ваҡытта, финанс операция 2 көнгә туҡтатыла. Ҡара исемлеккә индерелгән аферистҡа аҡса күсерелгән осраҡта, банк 30 көн дауамында сумманы ҡайтарырға тейеш була. Бынан тыш, мутлашыусылар ҡулланған банк карталары ғәмәлдән алына.