Иртәгә илдә яңы ҡанун ғәмәлгә инә

Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтарын иҫкәртеүгә бәйле закон көсөнә инә. 25 июлдән банктар бөтә аҡса күсереүҙәрҙе тикшерергә тейеш. Клиент ризалағына ҡарамай мутлашыуға шик тыуған ваҡытта, финанс операция 2 көнгә туҡтатыла. Ҡара исемлеккә индерелгән аферистҡа аҡса күсерелгән осраҡта, банк 30 көн дауамында сумманы ҡайтарырға тейеш була. Бынан тыш, мутлашыусылар ҡулланған банк карталары ғәмәлдән алына.