Башҡортостанда “Хәстәрлек поезы” социаль проекты иғлан ителде

2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы исеме аҫтында үтә. Яңы социаль проект төпкөлдә йәшәгән халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатынан булдырылған, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Күсмә мобиль комплекста төрлө ведомство белгестәре эшләй. Улар социаль ярҙам күрһәтеү, медицина экспертизаһы үтеү, пенсия түләүҙәре, эшкә урынлашыу, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә бәйле һорауҙарға яуап бирә. “Хәстәрлек поезы”ның беренсе туҡталышы бөгөн Йылайыр районының Юлдыбай һәм Йомағужа ауылдарында була.