Беҙҙең республиканан башҡа төбәктәр һәм сит илдәргә 307 мең тонна иген һәм унан эшкәртелгән тауарҙар оҙатылған. Был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда 20 процентҡа артҡан. Республика хужалыҡтары Афғанстан, Беларусь, Грузия, Сербия һәм башҡа илдәргә бойҙай, арпа, етен, борсаҡ, һоло, ҡарабойҙай, шипкән һәм башҡаларын экспортлаған. Ауыл хужалығы өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте продукцияны тикшергән һәм сифат талаптарына яуап биреү буйынса сертификат тапшырған.