Федераль именлек хеҙмәте наркотиктар етештергән лабораторияны асыҡлаған

Өфө районы Шмидт ауылында шәхси йорттарҙың береһендә 19 йәшлек егет тыйылған матдәләр эшләү менән шөғөлләнгән. Бының өсөн тейешле ҡорамалдар һатып алынған. Именлек хеҙмәткәрҙәре тентеү барышында 7 килограмм наркотик, шулай уҡ башҡа тыйылған матдәләр тапҡан. Егет ҡулға алынған, ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.