Өфөлә “Көҙ романтикаһы”нда илдең сәхнә йондоҙҙары сығыш яһай

Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған классик музыка фестивале август аҙағында уҙа. Унда Башҡортостан менән Үзбәкстандың дәүләт академия симфоник оркестрҙары, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар ҡатнаша. Фестивалде ябыу тантанаһына Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры килә. Уның менән Дмитрий Крюков дирижерлыҡ итә.