"Иҫән-һау йөрөп, Еңеү менән ҡайтығыҙ, егеттәр"

Ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре яңынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙе баш ҡаланың "Өфө-Арена" һарайы алдындағы майҙанда ғаиләләре, яҡындары, туғандары, урындағы власть вәкилдәре имен юл, иҫән-һау булыуҙарын теләп оҙатып ҡалды. “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте ағзалары яугирҙәргә мәктәп уҡыусыларының хаттарын тапшырҙы.