Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Мәртәбәле сара 15-16 августа Граф күле ярында ойошторола. “Башҡорт аты” фестивале йылҡысылыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы арттырыу һәм танытыу, ат спортын популяр итеү маҡсатында ойошторола. Халыҡ-ара сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән уҙғарыла. Вице-премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикала башҡорт тоҡомло аттар арта. Йылҡысылыҡ менән уңышлы шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бар. Фестиваль барышында милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, Батырҙар эстафетаһы, аттар парады, Ҡымыҙфест үткәрелә. “Оҫталар ҡаласығы” тигән кәсепселәр биләмәһе эшләй. Ҡымыҙ етештереүселәр араһында оҫталар асыҡлана. Быйыл беренсе тапҡыр “Урал батыр” бәһлеүәндәр турниры була. Сараның эшлекле өлөшөндә йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡарала.