Ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә юлға сыҡты. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмөн оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсыларын власть һәм төрлө йәмәғәт хәрәкәттәре вәкилдәре сәләмләне, күп һанлы дуҫтары һәм яҡындары өгөт-нәсихәт һүҙҙәре еткерҙе. Ҡыҫҡа ғына хушлашыуҙан һуң һалдаттар ойошҡан рәүештә автобустарға ултырып, хеҙмәт иткән ерҙәренә ҡуҙғалды.