Башҡортостандың туристик тармағы ыңғай үҙгәрештәр кисерә

Туризмға киң юлдар. Радий Хәбиров 6 йыл элек Башҡортостан башлығы булып эш башлағанда төбәктә эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәлде киҫкен тип билдәләгәйне. Республикала туристарҙы йәлеп итерҙәй хозур тәбиғәт, тарихи урындар, сәнәғәт предприятиелары ла етәрлек. Республика етәксеһе тәү сиратта инфраструктураны үҫтереү шартын ҡуйҙы. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төбәктә эске туризм менән шөғөлләнеүсе компаниялар өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырылды: гранттар, субсидиялар, ташламалы һалым системаһы инлерелде. Һуңғы йылдарҙа эске туризим индустрияһының үҫеш темптарын һәм ҡаҙаныштарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Һуңғы 6 йылда Башҡортостандың туристик тармағы ыңғай үҙгәрештәр кисерә. Республикала илдә тәүгеләрҙән булып төбәк туроператорҙарын субсидиялау юлы менән социаль турҙар программаһы ла тормошҡа ашырыла башланы, этнотуризм әүҙем үҫешә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» һәм «Мәктәп» туризмы программалары үҫешә.

Индеецтар биләмәһендә үҫмерҙәр уҡ атырға һәм усаҡ яғырға өйрәнә, сәпкә бысаҡр ырғыта, һыбай йөрөй һәм каноэла йөҙә. Мәктәп уҡыусылары каникулдарын хозур тәбиғәт ҡосағында фәһемле һәм файҙалы үткәрә. Балалар унда биш көн ял итә ала. Үҙенсәлекле балалар лагеры икенсе йыл эшләй һәм Өфөнән алыҫ булмаған Иглин районында урынлашҡан. Былтыр августа балалар ялы ике сменала уҙған, быйыл иһә июндән үк эш башлағандар. Махсус хәрюи операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай сменалар ойошторолған.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарҙың балаларына беҙҙә бушлай ял итеү мөмкинлеге булдырылған. Уларҙың атайҙары илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, ә беҙ малай-ҡыҙҙарҙы батыр рухлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һалабыҙ. 20 ял итеүсе баланың 14-нең атайҙары яу яланында.

Руслан ҡормаев, «Терра» этнопаркы идарасыһы

Үҫмерҙәр өсөн көн һайын төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә: баш кейемдәре-роучилар эшләйҙәр, һинд ризыҡтарын әҙерләргә өйрәнәләр һәм уларҙы тәмләп ҡарайҙар. Өсәр бала индеецтарҙың традицион күсмә торлағында йәшәй. Һалҡын көндәрҙә уларҙы ағас өйҙәргә урынлаштыралар. Бынан тыш музейға ла барырға мөмкин.» Һинд биләмәһе менән танышырға « «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә көмөш йәштәгеләр ҙә йыш килә.

Индецтарҙың йорттары, хеҙмәт ҡоралдары менән таныштыҡ. Бында бик яҡшы музей бар. Йәйге лагерҙа мин рәхәтләнеп ял итәм һәм үҙемә яңы дуҫтар таптым.

Милә Сәлимова, «Терра» этнопаркында ял итеүсе

Република етәксеһе Радий Хәбиров, Башҡортостандың ғәжәйеп тәбиғәтен мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш, тип иҫәпләй.

Быйыл төбәктә туризмды үҫтереүгә дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 954,1 миллион һум самаһы. Шул иҫәптән, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына 530 миллион һум йүнәлтеләсәк, уларҙан федераль сығымдар - 519 миллион, республика бюджеты сығымдары - 10 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Башҡортостанға туристар ағымы 30 процентҡа артҡан. Бынан тыш, ярты йыл эсендә Башҡортостанда туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме 6,6 миллиард һум тәшкил иткән, был 2023 йылдың ошо уҡ күрһәткесенән 20 процентҡа юғарыраҡ. Республика биләмәһендә 618 коллектив урынлаштырыу сараһы, 56 шифахана эшләй. Унда ял итеүеләр һаны буйынса Башҡортостан илдә 5-се урынды биләй. 69 туроператор, төрлө йүнәлештәге 2 мең самаһы маршрутты хеҙмәтләндерә.

Башҡортостанда заманса туристик базалар, глэмпингтар, ҡунаҡханалар күпләп асылыуы- эске туризмды уңышлы үҫтереү күрһәткесе. Былтыр март айында эшҡыуарҙар Шаран һыуһаҡлағысы ярындағы участканы ҡуртымға алған. Йәй эсендә улар каркаслы йорт, фито зона, мискә, фин, рус бүрәнә мунсаларын, заманса беседкалар, мангал зонаһын, һыу инеү өсөн улаҡ, чан ҡорған.

Каркаслы йорт ике кешелек. Бында ғаилә парҙары ял итә ала. Заманса йорт йыһаздары, һыуытҡыс, санузел, аш-һыу бүлмәһе бар.Төҙөлөш барышында барыһы ла иҫәпкә алынған, клиенттарҙың тулы ялы өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ял итергә теләүселәр глемпингтан яҡшы тәьҫораттар менән генә ҡайтып китә. Эшҡыуарҙар киләсәктә глемпинг биләмәһендә тоҙ бүлмәһе ойошторорға, йылы бассейн төҙөргә һәм шезлонг һатып алырға ниәтләй.

Ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа ла туристик хеҙмәттәргә ихтыяж көслө. Төбәктә туристик локациялар асыу пандемия һәм махсус хәрби операция менән бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтанан финанстар бүлеү менән бәйле булыуына ҡарамаҫтан, туризмды үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. «Янғантау» ға йылына 17 мең турист килә. Ә «Салауат ере» тарихи мемориаль паркы асылғандан һуң туристар ағымы 2-3 тапҡырға артыуы ихтимал, тип фаразлайҙар геопаркта. Шишмә районында урынлашҡан Тура-хан визит-үҙәге майҙаны ла күсмә цивилизацияларҙы өйрәнеү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәк буласаҡ тип күҙаллана. Ул туристарҙы һәм республика ҡунаҡтарын йәлеп итеү мәккәһе буласаҡ.

Бөрөлә гастрономия, Бөрйәндә бал, Бамйаҡта «Башҡорт аты» фестивале иң күләмлеләре. Башҡалабыҙ Өфөлә ваҡиғалы туризм әүҙем үҫешә һәм популярлаша. Республикала социаль, ваҡиғалар һәм этнотуризм әүҙем үҫешә. Төбәктең район-ҡалаларына туристар йәлеп итеү мөмкинлеге бирелгән. Был маҡсатта бренд фестивалдәр һәм саралар үткәреүгә ярты миллион һум аҡса бүленә.

Уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, ерҙең боронғо тарихы шаһиттары-төбәк байлығы. Башҡортостандың хозур урындары буйынса электрон белешмәләр төҙөү өсөн 600-гә яҡын өҫтәмә номер яһалған.Арзан туристик мөхитте үҫтереү буйынса проекттар, туризм өлкәһендә 400-ҙән ашыу инвестиция проекты, шулай уҡ дөйөм инвестициялар күләме 20,13 миллиард һум булған 2 инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән.

Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ла яңы төҙөләсәк 202 объект менән йылдам тормошҡа ашырыласаҡ. Республика Башлығы туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыҡтар булдыра, инвестиция сәғәттәре сиктәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.Туризмды үҫтереү төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм башҡаларға ыңғай тәьҫир итә.Тармаҡта хеҙмәттәрҙең һәм инфраструктураның сифатын күтәреү төбәккә аҡса ағымын да арттырасаҡ. Туризмды үҫтереү-ул республиканың киләсәгенә инвестициялар һалыу һәм халыҡҡа эш урындары булдырыу ҙа.

Гүзәл Борханова