Азат Бадранов Баймаҡ районының ауыл биләмәләре халҡы менән осрашты

«Өфөләге Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы» саҡырыуы буйынса Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Билал, Ҡолсора, Темәс һәм Түбә ауыл биләмәләре халҡы менән осрашты. Иң тәүҙә бер нисә кешегә «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды. Был наградаға улар Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса лайыҡ булды.

Осрашыу 2 сәғәт дауам итте, ошо ваҡыт эсендә халыҡ республика һәм район властары вәкилдәренә тиҫтәләгән һорау бирҙе. Улар төрлө өлкәгә ҡағыла, атап үткәндә Темәс ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү, ауыл биләмәләрен янғын һүндереү машиналары менән тәьмин итеү,урамдарға асфальт һалыу, газ үткәреү, дауаханаларҙы һәм клубтарҙы ремонтлау. Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса урындағы властарға яуаптар һәм йөкләмәләр бирелде.

Урал аръяғы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Азат Бадранов шулай уҡ Бикеш, Мерәҫ, Ниғәмәт һәм Таулыҡай ауыл биләмәле халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙа Баймаҡ районы һуңғы йылдарҙа финанс ярҙам буйынса Башҡортостан муниципалитеттары араһында лидер булды, тип билдәләнде. Әммә коронавирус пандемияһы, һуңынан махсус хәрби операция, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре менән бәйле ҡайһы бер проекттарҙы кисектерергә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла республика етәкселеге контролендә, һәм яйлап тормошҡа ашырыласаҡ. Халыҡ урындағы мәктәптәрҙе һәм дауаханаларҙы, клубтарҙы ремонтлауҙы, яңы һыу үткәргес төҙөүҙе, медицина хеҙмәткәрҙәре штатын арттырыуҙы көтә. Азат Бадранов махсус хәрби операцияла бер йылдан ашыу отпуск алмаған яугирҙарҙың һорауҙарын шәхси контролгә алды. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары буйлап эш сәфәре сиктәрендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ҡатнашыуҙан тыш, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары урындағы ауыл биләмәләре халҡы менән 6 осрашыу үткәрҙе, уларҙа 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.