Төбәктә «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһы әүҙем бойомға ашырыла

Көсәйтелгән хәүефһеҙлек системаһы һәм яңыртылған ҡыйыҡтар. Башҡортостанда «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһы әүҙем бойомға ашырыла. 2 йыл эсендә 140 мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән. Шулай уҡ эштәр балалар баҡсаларына ла ҡағылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы һаҡлар өсөн стеналарға, түшәмдәргә, тәҙрәләргә хәүефһеҙлек системалары беркетелә. Бинаға сит кеше инергә теләһә, ул шунда уҡ ҡарауылсы посына хәбәр итәсәк. Дим районының 104-се мәктәбендә ҡоролмаларҙы урынлаштырыу 2 аҙна элек башланған, әлеге ваҡытта кабель трассаларын монтажлау буйынса эштәр башҡарыла.

115-се балалар баҡсаһында ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау эштәре әүҙем алып барыла. Был сараға ҡала бюджетынан 3 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Шулай уҡ бина эсендә косметик ремонт үткәрелә. Уны балалар баҡсаһының хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре башҡара. Яңы уҡыу йылына тиклем эштәр тамамланасаҡ.

2026 йылға тиклем Башҡортостандың мәғариф учереждениеларын капиталь ремонтлауға федераль бюджетан бөтәһе 3 миллиард 335 миллион һум кйүнәлтеләсәк. Был аҡсаға 31 уҡыу йортон яңыртырға мөмкин, шуларҙың алтыһында быйыл уҡ ремонт тамамланасаҡ.

Алина Ибәтуллина