2000 йылдың 1 мартында Чечняла Аргун тарлауығында террорсылар менән ҡаты бәрелеш була. Унда Башҡортостан егеттәренең дә ғүмере өҙөлә. Өфөнән гвардия майоры Александр Доставалов һәм Бәләбәйҙән кесе сержант Роман Афанасьев яуҙа батырҙарса һәләк була. Александр Доставалов Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелә. Роман Афанасьевтың туғандарына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырыла. Өфөнөң Еңеү паркында локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарға һәйкәл ҡуйылған. Унда Александр Доставаловтың да исеме уйылған. Бөгөн Александр Доставаловтың исемен ирекле башҡорт батальондарының береһе йөрөтә. Ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәй. “Александр Доставалов беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыйыулыҡ, батырлыҡ өлгөһө булып тора”, - ти яугирҙәр.