Архитектура объекты Сухум ҡалаһында урынлашҡан колоннаданың күсермәһе. Ул Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында урынлаша. Былтыр октябрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания колоннадаға тәүге нигеҙ ташын һалды. “Иҫтәлекле ҡоролма туғанлыҡ һәм татыулыҡҡа һәйкәл була”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Өфөнөң Ағиҙел яры көндән-көн матурлана. Яңы объект уға тағы ла гүзәллек өҫтәйәсәк”, - ти замандаштарыбыҙ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИке республика араһында бәйләнештәр үткән быуаттың 20-се йылдарында башлана. Аслыҡ ваҡытында Абхазия Волга буйы төбәктәренә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп кенә һалдаттар Абхазия госпиталдәрендә дауалана. Грузия-Абхазия араһында низағ сыҡҡас, Башҡортостан унда гуманитар ярҙам ебәрә. Коллонаданы быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар барышында асыу ҡарала.