Барыһы ла Еңеү өсөн! Барыһы ла беҙҙең егеттәр өсөн!

Архангел районы халҡы яугирҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләй. Ирекмәндәр хәрәкәте “Маскировка оҫтаханаһы”тигән атама алған. Волонтерҙар махсус хәрби операция биләмәһенә даими гуманитар ярҙам оҙатып тора. “Дошман ир-егеттәребеҙҙе күрмәһен. Селтәрҙең һәр таҫмаһын изге теләк әйтәбеҙ бәйләйбеҙ”, - ти Дамира Мостафина. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ирекмәндәр шулай уҡ хәрби беләҙек, окоп шәмдәре эшләй, баш кейем тегә. Әле Архангел районында 10-дан ашыу оҫтахана булдырылған. Һәр гуманитар конвой менән 20-гә яҡын маскировка селтәре ебәрергә тырышабыҙ, ти волонтерҙар.