Өфөлә “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” фильмы төшөрөлә башлай

Ижади төркөм бөгөн эшкә тотонорға ниәтләй. Хәрби-патриотик картина тормошта булған ысын ваҡиғаларға нигеҙләнә һәм тыл геройҙарына арнала. Фильмдың сценарий авторы журналист һәм драматург Баныу Ҡаһарманова. “Учалы районынан йәйәү һыйыр көтөүен оҙатып барыусы үҫмерҙәрҙең батырлығын һүрәтләнем.  Уларға 2 мең километр юл үтергә тура килә. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләргә рухи һәйкәл ҡуйырға теләнем”, - ти ижадсы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фильмды төшөрөү өсөн “Башҡортостан” киностудияһында ҙур хромакей павильоны булдырылған. Картинаның продюсеры Леонид Филинов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Леонид Филинов белдереүенсә,  “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” фильмы сәғәт ярымлыҡ булырға тейеш. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған кино премьераһын киләһе  йылдың майында тәҡдим итеү ҡарала.