Мәләүез районының Дарьино ауылында фажиғәле хәл теркәлгән

16 йәшлек үҫмер мотоциклда өс йәйәүлене бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 17 йәшлек ҡыҙ медицина учреждениеһында вафат булған, ике йәйәүле һәм мотоцикл водителе дауаханаға оҙатылған. Зыян күргәндәрҙең береһе - дүрт айлыҡ бала. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.