Өфөнөң «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһы эргәһендә бөгөн яңы арт-объект асылды

Асыҡ һауалағы музейҙың беренсе композицияһын урынлаштырыуҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһе булышлыҡ иткән. Предприятие ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын легендар «Еңеү моторы»ның макеты менән таныштыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Владимир Климов етәкселегендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы тарафынан эшләнгән. Өфөлә етештерелгән двигатель Совет авиацияһының өҫтөнлөгөн тәшкил иткән. Шуға ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙағы өлөшө ҙур.

Был двигатель хәҙерге Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә Башҡортостанға Рыбинск ҡалаһынан күсерелгән заводта 1942 йылдан 1945 йылғаса етештерелә. Мотор макеты өсөн «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелу лаһынан урын осраҡлы һайланмаған. Беҙҙең предприятие Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 35 меңдән ашыу двигатель етештереп, Совет авиацияһының өҫтөнлөгөн тәьмин иткән.

Евгений Семивеличенко, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры

Әйткәндәй, асыҡ һауалағы музей йыл дауамында байытыла барасаҡ. Яҡын арала нефть етештереүҙә файҙаланылған ҡоролмаһының да урынлаштырыуы көтөлә. Өфөнөң «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының эргә-тирәһе тап Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән сәнәғәт предприятиелары тураһында бәйән итә.