Башҡортостандың милли музейында Владимир Аносовтың күргәҙмәһе асылды

Унда авторҙың алғы һыҙыҡтағы, шулай уҡ Мариуполдә, Донецкиҙа, Волновахта, Луганскиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа төшөргән дүрт тиҫтәләп эше тәҡдим ителгән. Бында башлыса емерелгән йорттар, махсус техника һәм кешеләр һүрәтләнгән. Һәр фотоһүрәт - кемдеңдер тормошо. Бер нәмә лә уйлап сығарылмаған, режиссерлыҡ талап ителмәгән. Һәм был фотолар беҙгә объектив картинаны аңларға, ғәҙеллекте тергеҙергә ярҙам итә. Эштәр авторы Владимир Аносов - элекке хәрби кадр, запастағы майор, баштан уҡ «Российская газета»ның махсус хәрби фотохәбәрсеһе. Уның эштәре менән беренсе күргәҙмә 2022 йылдың июнендә баҫманың Мәскәү редакцияһында асыла һәм Краснодар, Сочи, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында була.