Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 389 биләмәлә инфраструктура яҡшыртылған. Баҡсаларға илткән юлдар төҙөкләндерелгән, электр утын иҫәпләгестәр ҡуйылған, сүп-сар һауыттары урынлаштырылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса баҡсасылыҡ ширҡәттәренә комплекслы ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын “Смарт-баҡсасы” тигән форум ойошторола. Унда иң яҡшы ширҡәттәргә 500 мең һумлыҡ гранттар тапшырыла.