Рәсәйҙә Инвестиция картаһы тигән интернет-майҙансыҡ эшләй башланы. Бында эшҡыуарҙар ауыл хужалығы йәки бизнес менән шөғөлләнеү, төҙөлөш өсөн буш ер биләмәләре һәм биналарға бәйле мәғлүмәт таба ала. Айырым кешеләр һәм компанияларға күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреү йәки һатыу һәм һатып алыу буйынса иғландар ҡуйырға мөмкин. Әле Рәсәй Инвестиция картаһында 16 меңдән ашыу объект күрһәтелгән. Башҡортостандың электрон порталында 1 мең 400-ҙән ашыу майҙансыҡҡа бәйле мәғлүмәт табырға була.