Радий Хәбиров һәм “КАМАЗ” компанияһы етәксеһе Сергей Когогин “НефАЗ” заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан Башлығы бөгөн Нефтекамала эш сәфәре менән йөрөй. Предприятиела ҡеүәтле өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. КАМАЗ йөк машиналары өсөн үҙ бушатҡыс ҡулайламалар етештерелә, күберәк автобустар сығарыла. Бының өсөн яңы технологиялар ҡулланыла. Бынан тыш, заводта троллейбустарҙы һынау майҙансығы булдырылған. Инвестиция проекттары яҡынса 6 миллиард һумға баһалана. Радий Хәбиров һәм Сергей Когогин яңы автобустарҙы ҡараны һәм етештереү мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Быйыл 6 айҙа “НефАЗ” заводында 20,3 миллиард һумға продукция һәм хеҙмәттәр һатылған.