Радик Динәхмәтов: "Генерал Шайморатов орденын алыу ҙур яуаплылыҡ"

Башҡортостан Башлығы яугирҙәргә һәм гуманитар конвой водителдәренә хәрби наградалар тапшырҙы. “Һеҙгә Рәсәй Президенты, республика халҡы исеменән рәхмәт әйтәбеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәнегеҙ өсөн оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Алғы һыҙыҡта иң яҡшы кешеләр. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр саҡ терәк- таяныс булырбыҙ”, - тине сығышында Радий Хәбиров. “Геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың исемдәре һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана. Ҡаһармандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләрбеҙ”, - тине республика етәксеһе. Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Республика етәксеһе уға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрбиҙәргә ярҙам итеү, уларҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү мөһим бурыс булып тора. Был эштә хакимиәттәр, ойошма һәм предприятиелар, йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр әүҙем ҡатнаша. Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә 128 гуманитар ылау оҙатылған. Мәҫәлән, водитель Григорий Сухов – 94, Дмитрий Русаков – 84, Игорь Мирасов – 82 тапҡыр ярҙам алып барған.  “Һәр колонна Еңеүҙе яҡынайта”, - тине Радий Хәбиров.