Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың Баймаҡ районы халҡы менән осрашыуынан һуң ҡайһы бер баҫма һәм телеграм-каналдар халыҡ властарҙы тәнҡитләй тигән мәғлүмәттәр сығарҙы. Иҫбатлау маҡсатында урында йәшәүсе кешенең сығышын яҙҙырып һалғандар. Ләкин был видео киҫәгендә һуңынан нимә булғанын күрһәтмәгәндәр. БЮТ хәбәрселәре был яҙмаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен фашланы.
Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов 18 ауыл халҡы менән осрашты. Тыйылған мәсьәләләр булманы. Ҡотҡо һалыусылар сара алдынан халыҡты бармаҫҡа өгөтләһәләр ҙә осрашыуға ете йөҙләп кеше килде. Баймаҡтар үҙҙәрен борсоған барлыҡ көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә алды. Юлдар, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары етешмәүе, һыу мәсьәләһе төп мәсьәлә. Һорау биреүселәр аныҡ һәм асыҡ яуаптар алды.
Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәстә лә ошондай осрашыу уҙҙы. Ҡотҡо һалыусыларҙың тырышлығы был юлы ла һөҙөмтәһеҙ булып сыҡты. Азат Бадранов менән осрашыуға өс ауыл халҡы йыйылды. Ике сәғәттән ашыу барған ултырышта тиҫтәләгән һорауға яуап алынды. Оппозиция телеграм-каналдары сығыш яһаусының ҡыҙыу сығышын өҙөп алып башҡаса аңлатма биреп һалыуҙы хуп күрҙе. Ә инде һөҙөмтәле һөйләшеү, фекер алышыуҙар кадр артында ҡалған.
Осрашыуҙа булған Баймаҡ халҡы ла оппозиция интернет ресурстары яҙмалары менән килешмәй. Ысынбарлыҡта осрашыу һөҙөмтәле үтте, тип иҫбатлай улар.
Литваға ҡасып китеүсе иноагент Руслан Ғәббәсов менән бәйле телеграм-каналдар һәм «Пруфы» интернет баҫмаһы бер ваҡытта уҡ,бер-береһенән күсереп тигәндәй, постар сығарҙы. Йәнәһе лә Азат Бадранов аяҡ өҫтө Баймаҡ кешеһенең тәнҡитен тыңлап торған. Ләкин Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫарының оло кешегә хөрмәт йөҙөнән егерме минут буйы баҫып тыңлап тороуын береһе лә иҫәпкә алмаған. Азат Бадранов үҙ социаль селтәрендә лә Рауил Йәнсуринды аҡһаҡал , ҙур тормош тәжрибәһе булған шәхес тип атай. Политологтар ҙа был ваҡиғаға үҙ баһаһын бирҙе.
Аҡһаҡал сығышының аҙағын тыңлағанда ла ҡотҡо һалыусыларҙы нишләй ҡыҙыҡһындырмағанлығын аңларға мөмкин.
Һуңғы арала республика етәкселегенә ҡаршы бындай ҡотҡо һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хәбәрҙәр йыш теркәлә. Уларҙың кем мәнфәғәтенән сығып эш итеүҙәре билдәле. Европала төпләнеп Башҡортостандағы хәлде ҡаҡшатырға теләүселәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһеҙ.