Һуңғы йылдарҙа ауыл клубтары тәртипкә килтерелә, яңы йыһаздар менән байытыла. Район үҙәгендәге мәҙәниәт йортона ла заманса ҡоролмалар һатып алынған. Быларҙың барыһы ла төрлө проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Яңы уңайлыҡтар халыҡты мәҙәни тормошҡа йәлеп итеүҙе еңеләйтә, ти урындағылар. Ейәнсура районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Йәй отпуск осоро булһа ла Яңы Петровское ауылының “Мираҫ” ансамле ял итмәй. Өр-яңынан тектерелгән костюм һәм төҙөкләндерелгән сәхнәлә улар репертуар өҫтөндә эшләй, йырҙар өйрәнә. Урындағы ауыл клубы “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә реконструкция кисергән.
Икенсе ҡатҡа китапхана ла ҡайтанан күскән. Түбәнән һыу аға, ә тәҙрәнән ел өрә башлағас Фирүзә Белова барлыҡ китаптар менән беренсе ҡатҡа күсә. Тар бүлмәлә һыйынып торорға тура килде, ти ул. Бынан илле ике йыл элек асылған китапханала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән була. Реконструкция барышында бинаның ҡыйығы, тәҙрәләр алмаштырыла.
Ауылдың йөҙөгөнә әйләнгән мәҙәниәт йортонда балалар, спорт, хореография бүлмәләре булдырыла. Бында хәҙер концерт ҡарарға ғына түгел, йәнең теләгән шөғөл менән ваҡыт үткәрергә була. Музыка инструменттары, 168 урынға иҫәпләнгән тамаша залында мебель яңыртыла. Халыҡ сараларҙа әүҙем ҡатанаша башлай. Урындағы “Мираҫ” “Илһам” һәм “Гөрләүек” ансамблдәре яңы һулыш алған. Үҙгәрештәрҙе Иҫәнғол мәҙәниәт йорто ла кисерә. Бында яңы аппаратура, яҡтыртыу ҡоролмалары һатып алына, заманса экран урынлаштырыла, сәхнә костюмдары тектерелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белдереүҙәренсә, быларҙың барыһы ла сараларҙы күләмлерәк, сағыуыраҡ итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, яҡын арала район артистары төпкөл ауылдарға ла барып етә аласаҡ. Был маҡсатта автоклуб һатып алынған.
Иҫәнғол мәҙәниәт йортонда яңы прокатҡа сыҡҡан фильмдарҙы ла ҡарарға була. Кинозал “Мәҙәни мөхит” проекты ярҙамында асылған. Әйткәндәй, киләһе йыл республиканың федераль субсидиялар конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда биш заманса кинозал асыласаҡ.Улар Миәкә, Баҡалы, Нуриман, Йәрмәкәй һәм Асҡын райондарында урынлашасаҡ. Ейәнсура районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә заманса уңайлыҡтар менән яңы миҙгелгә әҙерләнә.
Әлфинә Килдейәрова