Ихласлыҡ менән башҡарылған һәр изге эш ҙур ҡиммәткә эйә. Шишмә ауылының 2-се мәктәбе Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итә. Уҡыусыларҙың “ҡоро душ” эшләргә ҡарар итеүе - уларҙың дөйөм именлек өсөн көрәшкәндәргә ярҙам итергә теләүен күрһәтә. "Ата-әсәләр комитетынан Наҙгөл Михайлова үҙ оҫталығы менән уртаҡлашып, уҡыусыларҙы был изге эшкә рухландырҙы", - ти мәктәптең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары кәңәшсеһе Зилиә Арыҫланова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Ҡоро душ” - махсус гигиена йыйылмаһы, минималь күләмдә һыу ҡулланып, ялан шарттарында душты тулыһынса ҡабул итеүҙе алмаштырырға ярҙам итә.