Республиканың йәмәғәт палатаһы ағзалары мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға йәмәғәт киңлектәренең уңайлығын тикшерә. Өфөнөң Әй һәм Киров урамдары киҫелешендәге йорттарҙың йәмәғәт биләмәләренә мониторинг үткәрелде. Коляскаларҙа хәрәкәтләнеүсе инвалидтар һәм йәш әсәләр өсөн ҡаралған уңайлыҡтарҙы йәмәғәт палатаһының әүҙем ағзалары тикшерҙе. Улар Өфөлә төҙөлгән яңы йорттарҙа бордюрҙарҙың бейеклегенә, һөҙөмтәлә бындай ҡаршылыҡ өҫтәмә ҡатмарлыҡ тыуҙырыуына иғтибар итте. Көндәлек тормошта техника менән көтәлмәгән хәл булыуы ихтимал. Был хатта инвалидтар өсөн генә айырым шарттар булдырыу түгел, бордюрға һәм башҡа кәртәләргә абынмауҙы сәләмәт кешеләр ҙә хуплай.
Берләшкән милләттәр ойошмаһының инвалидтар хоҡуҡтары тураһында конвенцияһында: «Йәмәғәт киңлектәре универсаль һәм бөтәһе өсөн дә уңайлы булырға тейеш», тип әйтелә. Артыҡ бейек булмаған бордюр аша үтеү таяҡҡа таянған кешегә лә, коляскалы әсәйгә лә, йәрәхәтләнгәндән һуң аяҡҡа баҫыусыға ла уңайлыраҡ буласаҡ», - тигән фекерҙә белгестәр. Эксперттар билдәләүенсә, инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһындағы законға ярашлы, социаль инфраструктура объекттары һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, коляска этеп йөрөүсе әсәләр, таяҡҡа таянған өлкән быйын вәкилдәре өсөн асыҡ һәм уңайлы булырға тейеш.