Күңел ҡушыуы буйынса. Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияға маскировка селтәрҙәре үрә.
Ойошманың тамаша залы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Берәүҙәр махсус ҡоролмала туҡыманы таҫмаларға ҡырҡа, икенселәре оҙон таҫмаларҙы үрерлек итеп бүлә, өсөнсөләре селтәр бәйләй. Ә ике ҙур өҫтәл артында маскировка селтәрҙәрен үреү бара. Федераль ҡаҙнасылыҡ хеҙмәткәрҙәре тәүҙә селтәр үрергә «Масксети щит Өфө» ойошмаһына йөрөгән. Һуңынан уңайлыраҡ булһын өсөн был эште үҙҙәрендә ойошторорға хәл иткән. Хәҙер белгестәргә эштән һуң ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Һәр кем әҙ генә буш ваҡыты килеп сығыу менән маскировка селтәре үрергә сыға. Зарланыусылар юҡ, хеҙмәткәрҙәр алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеүен, яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа үҙ өлөшөн индереүен яҡшы аңлай, ти Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса етәксеһе Светлана Мәрүәрова.
Федераль ҡаҙнасылыҡ ил буйынса махсус хәрби операцияға иң әүҙем ярҙам күрһәткән ойошма булып тора. Башҡортостан буйынса ойошма хеҙмәткәрҙәре лә был изге бурысты лайыҡлы үтәй. Үткән йылда ғына улар 3 миллион һум аҡса йыйған, термоәйберҙәр, шәхси һаҡланыу саралары, радиостанция һатып алған, окоп шәмдәре әҙерләгән, йылы кейемдәр бәйләгән. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең балалары изге теләктәр менән хаттар яҙған, һүрәттәр төшөргән. Бөтәһе лә егеттәребеҙҙең именлеге, еңеү өсөн, ти гуманитар ярҙам әҙерләүселәр.