Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында баҡса яны участкаларында урындағы халыҡтың һата торған сауҙа майҙансыҡтарын ҡараны. Республика етәксеһе баҡсасылар менән аралашты, улар өсөн булдырылған бушлай сауҙа рәттәре уңайлымы, тип ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ йәшелсә, картуф һәм ер еләге һатып алды.