Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркта «Йәй байрамы» үтте

Был сарала Донбасс һәм Фәләстан балалары ҡатнашты. Байрамға шулай уҡ баш ҡаланың Киров районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды. Йәш ҡунаҡта өсөн ҡыҙыҡлы анимация программаһы әҙерләнгән, йыр, бейеү һәм аттракциондар ойошторолған. Шулай уҡ балалар Башҡортостанда етештерелгән туңдырма менән һыйланды. Сараны дәүләт йыйылышы-ҡоролтайҙың йәштәр йәмәғәт палатаһы 3 йыл ойоштора.

Фәләстан балалары сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Мәжбүри күскәнселәргә хөкүмәт бөтә йәшәү шарттарын булдырҙы. Байрамға балалары менән килгән Хәнил Аластал әйтеүенсә, уларҙы баш ҡаланың матурлығы һәм милли ризығы һоҡландырған. Әлеге ваҡытта ғаилә ғәрәп һәм инглиз телдәренән тыш, рус телен дә үҙләштерә. Был Рәсәйҙә йәшәүселәр менән менән аралашыу һәм аңлашыу өсөн бик мөһим.

Бөгөн беҙ бында уйнайбыҙ, күңел асабыҙ. Был парк бик матур. Өфө мөхите нимә менәндер Ғазаны хәтерләтә, беҙгә бында ныҡ оҡшай. Башҡортостандағы аҙыҡ минең өсөн яңы, ләкин уларҙың араһында беҙҙең милли ғәрәп ризыҡтарына оҡшағандары ла бар. Барыһы өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ.

Хәнил Аластал