Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында күләмле сараға әҙерлек буйынса федераль ойоштороу комитетының беренсе ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе.
Вице-премьер форумдың илдәге иң ҙур халыҡ-ара спорт ваҡиғаларының береһе буласағын билдәләне. Ул ойоштороу комитетына форум сиктәрендә үтәсәк Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Совет ултырышын әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты. Төп саралар август аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ көрәш һарайы базаһында үтәсәк. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров спорт инфраструктураһының әҙерлеге менән таныштырҙы.
Төбәк башлығы Өфөләге форумдың республикала һәм илдә физик культураны һәм спортты артабан үҫтереү өсөн ҡеүәтле стимул буласағын белдерҙе.